

Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында ваҡ паразит –гельминттар (церкариоз) күбәйеүе тураһында хәбәр ителә. Быға тиклем Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе сигендәге һыу ятҡылыҡтарында паразиттарҙың ныҡлы үрсеүе билдәле булһа, хәҙер республиканың башҡа төбәктәрендәге йылға-күлдәрендә һыу инеүселәр ҙә был ауырыуҙы йоҡтороуы тураһында хәбәр итә.
Нимә ул – церкариоз? Гельминт кеше тәне аша үтеп инә алмай. Шулай ҙа тирегә инһә, тән ҡыҙыл таптар менән ҡаплана, бер туҡтауһыҙ ҡысый, әсетә, сәнсә. Кешелә йүткереү, тән температураһының күтәрелеүе күҙәтелә.
Һыу инеү алдынан уның таҙалығына иғтибар итегеҙ: ярҙа ҡусҡарҙар күп икән, тимәк һыу уның ҡаршлауыҡтары менән зарарланған. Паразиттар ҡоштар яратҡан күлдәрҙә йыш осрай. Шуға күрә һай, йылы һыулы, күлдәрҙә һыу инмәүегеҙ хәйерле.