Прививкаһыҙ пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙар

Башҡортостанда ковидтан прививка яһатмаған пациенттарҙы планлы госпитализациялауҙан баш тартасаҡтар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Прививкаһыҙ пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙарПрививкаһыҙ пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙар
Прививкаһыҙ пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙар

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, был турала бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдергән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы оператив штаб ошондай ҡарар ҡабул итте.

«Баш табиптар һәм белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта коронавирустан прививкаһы булған пациенттарҙы ғына планлы дауалау тураһында положение индерергә кәрәк (онкология һәм кардиология ярҙамынан тыш). Был медицина ойошмаһында сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа һәм туҡтауһыҙ  медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирер ине», — тип билдәләне Максим Забелин.

Шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүселәргә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә вакцинация сертификатының булыуы йәки булмауы мөһим түгел. Онкология һәм кардиология йүнәлеше буйынса ярҙам күрһәтелгән пациенттар өсөн дә прививка кәрәкмәй.

Тейешле үҙгәрештәр Башҡортостан Башлығы указына индерелергә һәм 2  августан көсөнә инергә тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев