+21 °С
Ясно


Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта министр урынбаҫары Ирина Кононова статистика мәғлүмәтенә туҡталып, пандемияның өсөнсө тулҡынының үҙенсәлектәрен, шул иҫәптән балаларҙың сирләү кимәле юғарылығын да атаны. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, быға вирустың мутацияға тиҙ бирелеүе, яңы штамдар барлыҡҡа килеүе сәбәпсе.