

Киҫкен йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгән кешеләр диспансер күҙәтеүенә ҡуйылғандан алып ике йыл буйына дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителә ала. Был хаҡта ҡарарҙы РФ хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин раҫланы. Был сара йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына һәм уларҙың хәүефле һөҙөмтәләренә ҡаршы йоғонтолораҡ көрәшергә мөмкинлек бирәсәк, был COVID-19 таралыу осоронда айырыуса мөһим, тиелә Министрҙар кабинеты белдереүендә.
Хөкүмәттең был ҡарары диспансер күҙәтеүенә 2021 йылдың 1 ғинуарынан торғандарға ҡағыла. Тулы дарыу терапияһы өсөн кәрәкле препараттар исемлегенә 20-нән артыҡ дарыу ингән.
Быға тиклем медикаменттар менән льготалы тәьмин итеү срогы бер йыл ине.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.