

Мәктәптән баланы дауаханаға алып барып, ПЦР тапшырыу кәрәклеген хәбәр иткәс, был ата әсә ҡыҙын алып, дауаханаға юлланған.
Башта, моғайын табип ҡарап, йүнәлтмә бирәлер, тип, педиатрға юлланалар. Әммә поликлиникала уларҙы кире бороп, КИЗ-ға, йәғни инфекция бүлеге яғына ебәрәләр. Кешенең күплеге... Тышта (саф һауала) ғына түгел, хатта 2х2 м бүлмәлә лә өйөлөшкәндәр. Ә уларҙың кемеһелер - сирле, ҡалғандары контактта булғандарҙыр.
Шундай "компания"ла сиратты еткереп, инһәләр... быларҙан йүнәлтмә һорайҙар! Уларға бында түгел, ә башта поликлиникаға барыу крәкәлеген әйтеп, сығаралар! Был ваҡытта инде эш сәғәте тамамланыуға бара. Поликлиникалағы сиратты бөгөн үтеүгә ышаныс булмағас, ата-әсә ҡыҙы менән ҡайтып китә. Был хәл йома була. Улар ике көн ял үткәс кенә, ниһайәт, ПЦР тапшыра.
Ә һеҙ, төркөмдәштәр, ПЦР тапшырғанда ошондай ҡаршылыҡтарға, ҡыйынлыҡтарға осраманығыҙмы?