Көҙән йыйырыуҙан ике ысул

Аяҡ-ҡулдарығыҙ ҡорошоп аптыратһа, халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ике рецепты ҡулланып ҡарағыҙ.

Көҙән йыйырыуҙан ике ысулКөҙән йыйырыуҙан ике ысул
Көҙән йыйырыуҙан ике ысул

Лимон һуты

Был ысул айырыуса аяҡ ҡорошоп аптыратҡанда килешә, тиҙәр. Көнөнә ике тапҡыр - иртәнсәк һәм кис аяғығыҙ табандарын лимон һуты менән ыуығыҙ. Кипкәнен көтөгөҙ, шунан ғына аяғығыҙға кейегеҙ. Быд процедураны 14 көн дауамында эшләгеҙ.

Лавр майы

Аяҡ һәм ҡул ҡорошҡанда лавр майы менән ыуығыҙ. Уны әҙерләү өсөн 50 гр лавр япрағын ваҡлап, уға 250 мл үҫемлек майы ҡойоғоҙ. Банканы 12 көн ҡараңғы урында тотоғоҙ, унан һарҡытығыҙ. Аяҡ-ҡулды көҙән йыйырғанда, ошо май менән ыуағыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас