

Магний микроэлементы баш мейеһендә ҡан әйләнешен һәм ҡанда шәкәр кимәлен көйләй. Ул йәшел йәшелсәләрҙә, помидорҙа, сәтләүектә, ҡуҙаҡлыларҙа, һолола бар. Улар В6 витамины менән бергә вегетатив нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, метеобәйлелекте кәметә.
Баш ауыртыуы йыш борсоһа, имбирь ашарға кәрәк. Унда булған капсаицин тигән әүҙем матдә ҡан юлдары ялҡынһыныуын һәм мигренде булдырыусы матдәләрҙең тәьҫирен юҡҡа сығара.