Башҡортостан вакцинаның беренсе компонентын алған өлкән йәштәгеләр һаны буйынса 100 процент күрһәткескә өлгәшкән, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Республикала 2 484 690 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын яһатҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 10 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, 2 346 397 кеше прививкаланған (94,4%).
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 253 946 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Һуңғы тәүлектә 2 856 яңы осраҡ теркәлгән.
Әлеге ваҡытта 246 пациент стационарҙа дауалана, 23-ө ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән тын алырға мәжбүр. Ә 35 848 сирле өйҙәрендә дауалана.
Тәүлек эсендә 16 кеше вафат булған, йәмғеһе — 5 370.
212 482 кеше һауығып сыҡҡан, уларҙың 3 990-ы — һуңғы тәүлектә.