Бөтә яңылыҡтар

Covid-19 эҙемтәләрен ваҡытында асыҡлағыҙ

Алена Федоровна Павлова, Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире: - Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһында2013 йылдың февраленән алып диспансерлаштырыу үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә был сараға ҡарата төрлө ҡарашта булғандарҙы осратырға тура килде. 

Covid-19 эҙемтәләрен ваҡытында асыҡлағыҙ
Covid-19 эҙемтәләрен ваҡытында асыҡлағыҙ

Ҡайһылар уларҙың һаулыҡтарын ҡайғыртып, рәсми рәүештә саҡырғанға бик ҡыуана. Ә икенселәр иһә сәләмәтлекте тикшертеү – ирекле, беҙгә ул кәрәкмәй, тип асыуланалар. Эйе, килешәм, диспансерлаштырыу – теләк буйынса һәм беҙ бер кемде лә мәжбүр итмәйбеҙ. Һәр кемдең һаулығы һәм уның өсөн яуаплылыҡ та – үҙе ҡулында.

Ә сәләмәтлеген ҡайғыртып, ауырып киткәнен көтмәй, тикшерелергә килгәндәргә уңайлы булһын өсөн, дауаханала айырым бүлмә булдырылды.  121-се бүлмәлә – диспансерлаштырыу кабинетында бар кәрәкле документтар тултырыла, анализдарға, флюорографияға, кәрәкле табиптарға, 40 йәштән үткән ҡатындарға ике йылға бер тапҡыр маммография үтеү өсөн, шулай уҡ күрһәтмә буйынса спирографияға йүнәлтмә бирелә. Ауырлыҡ, буй, ҡан баҫымы үлсәнә. Шулай уҡ ауырыуҙарҙы һәм уларҙың аҙыу ҡурҡынысы факторҙарын асыҡлау буйынса анкета үткәрелә..

Диспансерлаштырыуҙың маҡсаты – инфаркт, инсульт, шәкәр диабеты, туберкулез, яман шеш һәм башҡа ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ваҡытында асыҡлау һәм аҙыуына юл ҡуймау. Бөгөн, коронавирус кеүек ҡурҡыныс ауырыу менән осрашҡан осорҙа, был сара COVID-19 сиренең эҙемтәләрен ваҡытында асыҡлау һәм бөтөрөүҙең иң кәрәкле, һөҙөмтәле алымдарының береһе булып тора.

Коронавирус инфекцияһы ябай түгеллеге барыбыҙға ла мәғлүм. Был сир менән ауырығандан алып ярты, хатта 1-1,5 йыл үткәндән һуң да COVID-19 үпкә, йөрәк, ҡан тамырҙары, мейе, бөйөр эшмәкәрлеген ҡатмарлаштырыуы мөмкин. Уларҙың артабан үҫеүенә юл ҡуйырға ярамай!

Диспансерлаштырыу ике этапта үткәрелә. Ә коронавирус менән ауырып үткәргәндәр өсөн өҫтәлмә тикшереүҙәр ҡаралған.

Беренсе этапта хроник, инфекцион булмаған ауырыуҙарҙың билдәләре һәм хәүеф факторҙары асыҡлана, COVID-19 инфекцияһын үткәргәндәргә өҫтәлмә тикшереүҙәр үткәрелә:

а) тыныс торошта ҡандың кислород менән тәьмин ителеү торошон (сатурация) үлсәү;

б) алты минут атлау тесты (ҡандағы кислородтың башланғыс сатурацияһы 95 проценттан күберәк, шул уҡ ваҡытта кешенең тәүге тапҡыр тын ҡыҫылыу, шешенеү барлыҡҡа килеү йәки йышайыуға зарланыу осрағында);

в) спирометрия йәки спирография үткәреү;

г) ҡандың дөйөм клиник тулы анализы;

д) ҡандың биохимик анализы;

е) коронавирус ауырыуын урта һәм ҡаты формала ауырып үткәргән кешеләрҙең ҡанында Д-димер күләмен билдәләү;

ж) күкрәк ситлеге органдарына рентгенография эшләү (һуңғы бер йыл эсендә үтмәгән осраҡта);

з) табип-терапевтҡа (участка терапевты, дөйөм практика табибы) күренеү.

Диспансерлаштырыуҙың икенсе этабы өҫтәмә тикшереү һәм ауырыуҙың (хәл-тороштоң) диагнозын асыҡлау маҡсатында үткәрелә:

а) эхокардиография үткәреү (тыныс торошта сатурация күрһәткесе 94 процент һәм түбәнерәк булған осраҡта, шулай уҡ алты минут атлау тесты үткәреү һөҙөмтәләре буйынса);

б) үпкәне компьютер томографияһы аша тикшереү (тыныс торошта сатурация күрһәткесе 94 процент һәм түбәнерәк булған осраҡта, шулай уҡ алты минут атлау тесы һөҙөмтәләре буйынса);

в) аяҡтарҙың ҡан тамырҙарын дуплекслы сканерлау (ҡанда Д-димер күләмен билдәләү һөҙөмтәләре буйынса күрһәтмәләр булған осраҡта).

Үҙен коронавирус менән ауырыным тип һанаған һәр кем район дауаханаһы поликлиникаһына мөрәжәғәт итеп, ғариза яҙғас, төплө диспансерлаштырыу үтә ала. Уны бер көндә үтергә була, әммә күрһәткестәр буйынса өҫтәлмә тикшереүҙәр талап ителһә, бер көн етмәйәсәк.

Диспансерлаштырыу үтеүгә эш урынынан бер көн ял бирелергә тейеш, эш хаҡы һаҡлана. Пенсия йәшенә биш йыл ҡалған осраҡта, ике көн бирелә.

Коронавирусты еңел формала үткәргән осраҡта ла эҙемтәләре насар булыуы бар. Сөнки вирус әле тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән, артабан үҙен нисек күрһәтер – бер кем дә әйтә алмай. Үҙебеҙҙең һаулығыбыҙға етди ҡарау, ваҡытында тикшерелеү генә беҙгә коронавирустың ҡурҡыныс йоғонтоһонан, иртә үлеүҙән һаҡланырға ярҙам итә ала. Шуның өсөн, кемдәр әле үтмәгән, ашығыс рәүештә, кисектермәй төплө диспансерлаштырыу үтеүҙе һорайбыҙ. Аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ, уның булмауы ла мөмкин.

Ваҡытында медицина тикшереүе үтеү, диспансерлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүеше һеҙгә күп йылдар дауамында үҙегеҙҙе яҡшы тойоу, эшкә яраҡлылыҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итер! Диспансерлаштырыуға рәхим итегеҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: