Бөтә яңылыҡтар

Таҙалыҡ – һаулыҡ сығанағы

Йәй эсәк инфекциялары киҫкенләшеүе менән дә билдәләнә. Быны булдырмаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләргә ҡолаҡ һалығыҙ. Шулай итеп, аҙыҡ-түлек инфекцияларын иҫкәртеү буйынса биш төп ҡағиҙә тәҡдим итәбеҙ.

Таҙалыҡ – һаулыҡ сығанағы
Таҙалыҡ – һаулыҡ сығанағы
  1. Иң элек таҙалыҡ булһын: аҙыҡ-түлеккә тотонор һәм әҙерләр алдынан ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ; бәҙрәфкә барғандан һуң да ҡулығыҙҙы йыуырға онотмағыҙ; аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн ҡулланылыусы барлыҡ кухня яраҡтарын йыуығыҙ, дезинфекциялағыҙ; кухняны һәм аҙыҡ-түлекте бөжәктәрҙән, кимереүселәрҙән һаҡлағыҙ.
  2. Сей һәм әҙер аҙыҡтарҙы айырым тотоғоҙ: сей итте, диңгеҙ аҙыҡтарын башҡа аҙыҡ-түлектән айырып ҡуйығыҙ; сей аҙыҡтарҙы эшкәртеү өсөн бысаҡ, таҡта кеүек кухня кәрәк-яраҡтары айырым булырға тейеш; бешкән һәм бешмәгән аҙыҡ-түлек бер-береһенә теймәһен өсөн уларҙы айырым, ябыҡ һауыт-һабала һаҡлағыҙ.
  3. Аҙыҡ-түлекте, айырыуса итте, ҡош-ҡортто, йомортҡаны, диңгеҙ аҙыҡтарын яҡшылап ҡурығыҙ йәки бешерегеҙ; аш, ҡурҙаҡ кеүек аш-һыуҙы 70 градусҡа етерлек итеп эҫетеп, ҡайнатып сығарығыҙ; ит һүле алһыу түгел, үтә күренмәле булһын; әҙер аҙыҡ-түлекте ентекле йылытығыҙ.
  4. Аҙыҡ-түлекте хәүефһеҙ температурала һаҡлағыҙ: әҙер аҙыҡты бүлмә температураһында ике сәғәттән оҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ; бешкән һәм тиҙ боҙолоусан аҙыҡтарҙы тиҙ арала һыуытығыҙ (5 градустан түбән булыуы яҡшыраҡ); әҙерләнгән аш-һыуҙы бүлеп һалғанға тиклем эҫе килеш (60 градустан юғары) тотоғоҙ; аҙыҡ-түлекте һыуытҡыста ла оҙаҡ һаҡламағыҙ; туң аҙыҡты бүлмә температураһында иретмәгеҙ.

5. Хәүефһеҙ һыу һәм хәүефһеҙ сей аҙыҡтар ҡулланығыҙ: эшкәртеү һөҙөмтәһендә уның хәүефһеҙлеген тәьмин итегеҙ; хәүефһеҙлекте арттырыу маҡсатында эшкәртелгән аҙыҡ-түлектәрҙе, мәҫәлән, пастеризацияланған һөттө һайлағыҙ; емеш-еләкте, йәшелсәләрҙе ентекләп йыуығыҙ; ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан аҙыҡ-түлектәрҙе файҙаланмағыҙ.

Читайте нас: