Бөтә яңылыҡтар

Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында йәнә битлек талап итәләр!

2 йыл буйы битлектә йөрөгәндән һуң, ниһайәт, Республика Башлығы уны кейеү талабын еңеләйткәйне.   

Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында йәнә битлек талап итәләр!
Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында йәнә битлек талап итәләр!

Әммә поликлиникаға юлланһаң, битлек алырға онотма!

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан аңлатыуҙарынса, Радий Хәбировтың ҡарары дауаханаларға ҡағылмай. Көн дә төрлө ауырыуҙар менән осрашырға тура килгән медицина хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ дауаханаға килеүселәр ҙә коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу маҡсатында битлек кейергә тейеш. 

Шулай уҡ коронавирустан вакцина эшләтеү кәрәклеген дә онотмағыҙ! Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы баш табибы Денис Ғәбәүетдинов әйтеүенсә вакцина етерлек кимәлдә. Кемдәр "лайт" эшләтергә өмөтләнә - көтмәһәгеҙ ҙә була, вакцинаның бер тапҡыр эшләнә торғаны ҡайтарылыуы көтөлмәй.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: