+16 °С
Болотло
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 95 осрағы теркәлгән, ә 3 августа 89 ине.
Әлеге ваҡытта стационарҙа 134 кеше дауалана, уларҙың күпселеге (80 кеше) 60 йәштән өлкәндәр. 17 кеше ауыр хәлдә, икәү ИВЛ-ға тоташтырылған. Амбулатор дауаланыуҙа 484 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 145-е – 60+.
Һуңғы тәүлектә 64 кеше һауығып сыҡҡан, үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Пандемия башланғандан бөтәһе 292513 кеше COVID-19 йоҡторған, шуларҙың 286188-е һауыҡҡан.
Республика буйынса бөтәһе 3032258 (+7767) кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинананың беренсе компонентын яһатҡан, тулыһынса вакциналаныусылар һаны – 2809375 (+4434) кеше.