Бөтә яңылыҡтар

Сирлеләрҙең көндән-көн арта барыуын теркәлә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сирлеләрҙең көндән-көн арта барыуын теркәй

Сирлеләрҙең көндән-көн арта барыуын теркәлә
Сирлеләрҙең көндән-көн арта барыуын теркәлә

Оператив штабтың 10 авгусҡа мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 124 осрағы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус менән аурыуҙың 293 075 осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Әле Башҡортостанда 773 кеше сирләй: уларҙың 144-е — ковид-госпиталдәрҙә, 629-ы өйҙә дауалана.

Һуңғы тәүлектә 67 пациент һауығып сыҡҡан.

Ошо осорҙа республикала 5 778 кеше коронавирустан вафат булған, һуңғы тәүлектә яңы ҡорбандар теркәлмәгән.

Шул уҡ ваҡытта республикала 2, 825 миллион кеше өсөн вакцинация тулыһынса тамамланған. Был иһә прививка яһатырға тейешле халыҡтың 103,7 проценты.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: