Бөтә яңылыҡтар

Тағы битлек режимы индерелә

Рәсәйҙең бер төбәгендә битлек режимы ҡайтарыла

Тағы битлек режимы индерелә
Тағы битлек режимы индерелә

Бурятия властары COVID-19 менән сирләү артыуға бәйле республика территорияһында битлек режимын кире ҡайтара. Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Кузьмина хәбәр итте, тип яҙа РИА Новости.

Ул үткән аҙнала республикала 1210 коронавирус йоҡтороусы теркәлеүен билдәләгән.

Елена Кузьмина белдереүенсә, битлек режимы медицина ойошмаларында, социаль учреждениеларҙа, кеше күп йыйылған йәмәғәт урындарында, транспортта индерелә. Шулай уҡ гигиена ҡағиҙәләрен үтәүгә талаптар көсәйтелә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: