Бөтә яңылыҡтар

Күмерҙең файҙаһы

Күмерҙе элек-электән халыҡ медицинаһында ҡулланғандар икән. Ә инде рәсми медицина активлаштырылған күмерҙе үҙе үк ашарға ҡуша. Түбәндә уны ҡайһы осраҡта ҡулланыу кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.

Күмерҙең файҙаһы
Күмерҙең файҙаһы

Метеоризм йәки эс күбеү

Һәр кемдең эсәктәрендә газ йыйыла һәм кеше көнөнә уртаса 14 тапҡыр газ сығара – был ғәҙәти күренеш. Әгәр һеҙҙе метеоризм йәки эс күбеүе яфалай икән, активлаштырылған күмер ярҙам итәсәк. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, туҡланыуҙан алда активлаштырылған күмер ашау эсәктәрҙә газ йыйылыуҙы һиҙелерлек кәметә.

Холестерин кимәлен төшөрә

Холестериндың юғары булыуы йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефен ике тапҡырға арттыра. Күҙәтеүҙәр шуны асыҡлай: ай дауамында көнөнә өс тапҡыр 8 гр активлаштырылған күмер ашаған кешеләрҙең "насар" LDL-холестерины 41 процентҡа кәмей, ә "яҡшы" HDL-холестерины күләме 8 процентҡа арта. Бер ниндәй статиндар ҙа кәрәкмәй, бер ниндәй кире һөҙөмтә лә күҙәтелмәй.

Бөйөрҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлай

Һәр көн бөйөрҙәр 115-140 литр ҡан таҙарта, шыйыҡлыҡтың ҡалдығы һәм артығы һөҙөмтәһе булған 1-2 литр бәүел эшләп сығара. Бауыр менән берлектә бөйөрҙәр тәбиғәттәге иң камил таҙартыу системаһы булып тора. Әммә шәкәр, тоҙ, мал-хайуан аҡһымы, консерванттар ҡулланыу бөйөр сирҙәренә килтереүе мөмкин. Активлаштырылған күмер мочевинаны һәм бәүел токсиндарын сығарғанға күрә, ул бөйөрҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡларға ярҙам итә.

Аҙыҡ менән ағыуланыуҙан ярҙам итә

Аҙыҡ менән ағыуланыу бөгөн киң таралған - АҠШ-та ғына йылына 48 миллион шундай осраҡ теркәлә! Ҡоҫоу, эс китеү, эс ауыртыу һәм ауырыу һөҙөмтәһендә юғалған көндәрҙе булдырмауҙың бер юлы - беренсе симптомдар күренеү менән активлаштырылған күмер ашарға кәрәк, сөнки ул токсиндарҙы нейтралләштерә.

Тирене йомшарта

Бысраҡ һәм майлы бит күҙәүҙәрен (поры) томалау һөҙөмтәһендә кеше "ҡарт" күренә, ә бик күп таҙартыу сараларына зыянлы химия ҡушыла. Активлаштырылған күмер, магнит кеүек, күҙәүҙәрҙән бысраҡты һәм майҙы һурып алыуы һөҙөмтәһендә тире таҙарып, шымарып ҡала.

Сәстәрҙе ҡабарта

Шул уҡ токсиндар, тирене бысратҡан бысраҡ, май сәстәрҙе лә боҙа, уларға майлы төҫ бирә. Активлаштырылған күмер сәс фолликулаларын таҙарта, уларҙы ялтырата һәм ебәк кеүек итә. Экологик зарарлы химикаттарҙан торған шампундарҙан айырмалы, активлаштырылған күмер 100 процентлы тәбиғи, экологик таҙа сара.

Тештәрҙе ағарта

Тештәрҙе ҡиммәт хаҡ түләп таҙартмайынса ла Голливуд артистары йылмайыуына эйә булырға мөмкин. Бының өсөн теш щеткаһына аҙнаһына 2-3 тапҡыр активлаштырылған күмер һибеп таҙаларға ғына кәрәк. Активлаштырылған күмер теш эмален таҙарта, теш ҡунығын барлыҡҡа килтереүсе микроскопик өлөшсәләрҙе тарҡата.

Ауыҙҙағы еҫте бөтөрә

Ауыҙығыҙҙан насар еҫ киләме? Был осраҡта ла активлаштырылған күмер ярҙам итер. Ул насар еҫте бөтөрөүҙең һөҙөмтәле сараһы ғына түгел, ауыҙ ҡыуышлығында кислота-һелте балансын нормалләштереү ысулы ла. Был иһә үҙ сиратында тештәрҙе һәм ҡаҙнаны бактерияларҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлай. Тешегеҙҙе активлаштырылған күмер менән таҙартығыҙ. Ауыҙ әсегеҙ ҡарайыуына борсолмағыҙ, сайҡағандан һуң унда бер нәмә лә ҡалмаясаҡ.

Иртә ҡартайыуҙы иҫкәртә

Активлаштырылған күмерҙе даими ҡабул иткәндә ул организмдан ағзаларға зыян килтергән, күҙәнәктәрҙе ҡыйратҡан һәм тәндең ҡартайыуын шәбәйткән токсиндарҙы һәм шлактарҙы сығара.

Аш эшкәртеү системаһын таҙарта

Йәшелсә-емештәге пестицидтар, иттәге үҫеү гормондары, эсәр һыуҙағы химия – беҙ шундай шарттарҙа йәшәйбеҙ. Ошо бөтөн бысраҡ аш эшкәртеү системаһында тупланып, төрлө ялҡынһыныуҙырға килтерә, хәлде ала. Сәләмәтлек һәм яҡшы кәйефтә булыу өсөн аш эшкәртеү системаһын даими рәүештә активлаштырылған күмер ашап, таҙартып торорға кәрәк.

Читайте нас: