"Демография" милли проекты сараларын һәм "Өлкән быуын" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, "Ғаилә" көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгендә мобиль бригада эшләй. Заман талаптарына яуап биргән автомобиль 65 йәштән өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы медицина ойошмаларына алып барыуҙы ойоштора.
Әйткәндәй, автомобиль кондиционерлы, водитель менән экстрен бәйләнеш төймәһе бар, шулай уҡ инвалид коляскаһындағы кешенә күтәреү мөмкинлеге биргән, 360 кг ауырлыҡты күтәрергә һәләтле электр күтәргес менән йыһазландырылған.
65+ булған граждандарҙы медицина ойошмаһына алып барыу бушлай, графикка ярашлы башҡарыла. Бығаса Ибрай, Самаҙы халҡы бындай хеҙмәт менән ҡулланыу хаҡында яҙғайныҡ. Күптән түгел Ҡарғалы ауылында йәшәгән өлкәндәр ҙә мобиль бригада ярҙамында Иҫәнғол район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһына килеп, диспансерлаштырыу үтеп ҡайтты.