Бөтә яңылыҡтар

Сир йоҡтороусылар һаны арта

Башҡортостанда һуңғы аҙнала коронавирус менән ауырыусылар һаны артҡандан-арта

Сир йоҡтороусылар һаны арта
Сир йоҡтороусылар һаны арта

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә ковид йоҡторған 170 кеше теркәлгән, тип хәбәр итә “Башинформ” республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һылтанма менән.

Пандемия башланғандан алып төбәктә коронавирус менән ауырыусылар һаны 338 меңдән артҡан.

Әле стационарҙа 222 пациент дауалана. Уларҙың күпселеге – 159 кеше оло йәштәгеләр. Амбулатор дауаланыусылар һаны – 1,8 мең, шуларҙың 500-ҙән күберәге 60 йәштән өлкән кешеләр. Һуңғы тәүлектә 170 кеше һауыҡҡан. Пандемия башланғандан алып һауығыусылар һаны 330 меңдән артҡан.

Рәсәй буйынса һуңғы тәүлектә корнавирус йоҡтороуҙың 7096 осрағы асыҡланған. 51 ауырыу вафат булған, 5,7 кеше һауыҡҡан, 800 тирәһе пациент госпитализацияланған.

В целом по России за минувшие сутки выявили 7 096 случаев заражением коронавирусом. Скончался 51 заболевший, выздоровели - более 5,7 тысячи человек, госпитализированы - около 800 человек.

Фото:Ксения Калинина / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: