Бөтә яңылыҡтар

Йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде

Рәсәй Хөкүмәте йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеген киңәйтте

Йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде
Йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде

Хәҙер уға хроник сирле балаларҙы дауалау препараттары ла индерелә. Исемлектә бөтәһе 800-ҙән ашыу медикамент.

Яңыртылған исемлеккә дүрт медикамент өсөн өҫтәмә дарыу формалары: сапроптерин (фенилкетонурияны дауалау өсөн), глекапревир+пибрентасвир (хроник С гепатиты менән сирле балалар өсөн вирусҡа ҡаршы терапия), пирфенидон (иммунодепрессант) һәм просидол (ауыртыуҙы баҫыусы) индерелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иң кәрәкле һәм мөһим препараттар исемлегенә ингән медикаменттарға хаҡты дәүләт көйләй. Пациенттар уларҙы медицина ярҙамы күрһәтеү сиктәрендә бушлай алыу мөмкинлегенә эйә.

Ентеклерәк – карточкаларҙа.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: