Бөтә яңылыҡтар

Үҙ аллы дауаланыу һөҙөмтәһе

Башҡортостанда бер ирҙең ашҡаҙанынан 300 гр магнит сыҡҡан!

Үҙ аллы дауаланыу һөҙөмтәһе
Үҙ аллы дауаланыу һөҙөмтәһе

Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә. Үрге Йәркәй дауаханаһына мөрәжәғәт иткән ирҙең ашҡаҙанынан хирургтар 300 гр магнит киҫәксәләре сығарған.

Баҡһаң, был ир ашҡаҙан яраһын (язва) дауалау маҡсатында, Интернетта күргән рецепт буйынса, магнитлы һыу эскән. Әммә һөҙөмтә ул көткәндең киреһе булған. Магнит киҫәксәләре ашҡаҙанында йыйылып, уны 20 см-ға һуҙған...

Операция 2,5 сәғәт дауам иткән. Әле пациент табиптар күҙәтеүе аҫтында дауаланыуын дауам итә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: