Бөтә яңылыҡтар

Хәтерҙе нисек яҡшыртырға?

Түбәндә хәтерҙе яҡшыртыу өсөн күнегеүҙәр тәҡдим итәбеҙ.

Хәтерҙе нисек яҡшыртырға?
Хәтерҙе нисек яҡшыртырға?

1. Һәр хәрефкә бер һүҙ әйтеп, алфавиттың бар хәрефтәрен дә әйтеп сығығыҙ (а - алма, б - балта).
2. Бер хәрефкә башланған 20 һүҙ әйтегеҙ һәм уларҙы номерлап барығыҙ (1. күлдәк, 2. китап, 3. кәбеҫтә һ.б.)
3. Бер минут, бер сәғәт элек, кисә нимә эшләгәнегеҙҙе, һуңғы өс көндә иртән нимә ашағанығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ.
4. Әгәр уң ҡул менән яҙһағыҙ, һул ҡул менән яҙып ҡарағыҙ. Ә һулаҡайҙар, киреһенсә, уң ҡул менән яҙығыҙ.
5. Ҡараңғы бүлмәлә йөрөп ҡарағыҙ, ул хәтерҙе, иғтибарҙы арттырыр.
6. Уҡыуға, эшкә йөрөгәндә быға тиклҽм таныш булмаған ерҙән йөрөһәгеҙ, мейе яҡшыраҡ эшләй башлар.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: