Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер кәңәш

Ҡыш уртаһында организм үҙен нығыраҡ һиҙҙерә башлай. Хроник арыу синдромы тип атай уны белгестәр. Бындай сирҙән ҡотолоу өсөн иммунитетты күтәрергә, нервы системаһын нығытырға кәрәк. Ошо йәһәттән ябай рецептар.

Мең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

– Таҙартылған бер стакан әстрхан сәтләүеге, шул уҡ күләмдә бал һәм лимон алығыҙ. Сәтләүек менән лимонды ваҡларға, шыйыҡ бал ҡойорға. Әҙер ҡушылманы һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ике аҙна дауамында көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ашарға кәрәк.

– Яңы һығылған виноград һуты. Ашар алдынан ике аш ҡалағы эсегеҙ. Хәлегеҙ яҡшырғансы файҙаланырға мөмкин.

– Ҡарағай ылыҫы ла тиҙ арала арыуҙы бөтөрә. Урманда йыйғас, йыуырға һәм духовкала 15 минут киптерергә. Ике аш ҡалағы ылыҫты ваҡларға, 200 миллилитр һыу ҡойорға һәм талғын утта 30 минут ҡайнатырға. Аҙаҡ өс аш ҡалағы бал һалып, йылы әйбергә төрөп, бер сәғәткә ултыртып торорға. Ун көн дауамында йоҡлар алдынан бер аш ҡалағы эсергә.

– Был күптәр белгән рецепт та яҡшы һөҙөмтә бирә. 200 мл һөт, бер аш ҡалағы бал һәм ярты аш ҡалағы киптерелгән ромашка сәскәһе алабыҙ. Ромашканы һөткә ҡушырға һәм ҡайнатырға, бал һалып ире­тергә һәм һөҙөргә кәрәк. Йоҡлар алдынан эсергә тәҡдим ителә.

“Башҡортостан”дан.

Фото:medvoblago.ru

Читайте нас: