Бөтә яңылыҡтар

Сөскөрөүҙән тыйылыу зарарлы

Сөскөрөүҙән тыйылыу һаулыҡ өсөн бик хәүефле,  ти белгестәр.

Сөскөрөүҙән тыйылыу зарарлы
Сөскөрөүҙән тыйылыу зарарлы

Сөскөрөүҙән тыйылыу һаулыҡ өсөн бик хәүефле,  ти белгестәр.

Сөскөрөү – организмдың тәбиғи реакцияһы, ул тын алыу юлдарын аллергия килтереп сығарыусы матдәләрҙән, туҙан, вирустар һәм бактерияларҙан һаҡлай һәм таҙарта. Сөскөрөү рефлексын тыйыу һаулыҡ өсөн зарарлы.  Сөскөргәндә иһә һулыш алыуҙы туҡтатып тороу ҡолаҡтың барабан яраларына, күҙҙең ҡан тамырҙарына зыян килә, танауҙан ҡан китеү, баш ауыртыу ҡурҡынысы менән янай. Ул хатта бүҫер килеп сығыуға һәм хатта ашҡаҙан өҙлөгөүенә лә килтерергә мөмкин икән. Белгестәр аңлатыуынса, төкөрәһең килеүҙе баҫыуҙан һулыш юлдарындағы юғары баҫым баш мейеһе аневризмаһы өҙөлөүенә килтерергә мөмкин, был кеше ғумере өсөн бигерәк тә ҡурҡыныс.

Сөскөргөң килгәндә, рәхәтләнеп сөскөрөгөҙ. Тик был ваҡытта ҡулъяулыҡ йәки бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡағыҙ салфеткалар ҡулланығыҙ, улар менән танауҙы һәм ауыҙҙы ҡапларға, ә унан һуң ҡулдарҙы һабын менән йыуырға кәрәк. Иҫән-һау булығыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: