Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәтлеккә табан 10 000 аҙым!

Иҫәнғолдар халыҡ-ара акцияға ҡушылды.

Сәләмәтлеккә табан 10 000 аҙым!
Сәләмәтлеккә табан 10 000 аҙым!

Бөгөн Новопавловкалағы "Дуҫлыҡ"паркында Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған "Барыһына ла һаулыҡ!"девизы аҫтында "Йәшәүгә табан 10 000 аҙым" халыҡ-ара акция сиктәрендә сара үтте. 

Акцияла ҡатнашыусылар саф һауала "Йондоҙ менән күнекмә"ләр яһаны һәм парк тирәләй йәйәүләп 10 000 аҙым үтте. Шулай уҡ Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы табип-кардиологы Илдар Ғәрифуллин сәләмәтлек тураһында һәм хәрәкәтләнеүҙең мөһимлеге хаҡында лекция менән сығыш яһаны. 

Шуныһы ҡыуаныслы, йәш быуын да был акциянан ситтә ҡалманы. 


Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: