Бөтә яңылыҡтар

Һуғандың файҙаһы

Һуған – иң популяр һәм боронғо йәшелсә. Алты мең йыл элек уны ризыҡ булараҡ та, дарыу булараҡ та ҡулланғандар.

Һуғандың файҙаһы
Һуғандың файҙаһы

Мысыр халҡы уны аллалар ризығы тип иҫәпләгән. Тәре походтары ваҡытында француздар дошман ҡулына эләккән бер яуҙашын һигеҙ һуған биреп азат иткән. Ә рыцарҙар уны бетеү кеүек түшендә йөрөткән. Боронғо гректар иһә уны ярлылар ризығы тип һанаған. “Унан һуған еҫе килә” тип әйтеү кешенең дәрәжәһен аяҡ аҫтына һалып тапауға бәрәбәр булған.

Бөгөн дә был йәшелсәне күпләп ҡулланабыҙ. Уның ярҙамында бик күп сирҙәрҙе дауаларға ла була.

Күреү һәләте түбәнәйгәндә. Һуғанды ваҡы ҡына итеп турап,1:4 нисбәтендә һыу ҡушырға. Бер тәүлек төнәткәс, көнөнә яртышар стаканлап өс тапҡыр эсергә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Быуын ревматизмы. Өс һуғанды иҙеп, бер литр һыуҙа 15 минут ҡайнатырға. Көнөнә берәр стакан эсергә. Ауырыуҙан бөтөнләй ҡотлмаҫһығыҙ, әммә еңеллек һиҙерһегеҙ.

Склероз. Һуғанды ит турағыс аша үткәреп, уға 2 ҡалаҡ бал ҡушығыҙ. Ҡатнашманы 2 ай буйы иртәле-кисле берәр ҡалаҡ ҡабул итергә.

Әммә һуған бөтә кешегә лә тик файҙа килтерә тип уйларға ярамай. Бөйән эсәге һәм ашҡаҙан сей яраһы, ашҡаҙан аҫты биҙе сире, йөрәк-ҡан тамырҙары, бауыр, бөйөр ауырыуҙарынан яфаланыусыларға уны сикләргә кәрәк. Һүҙ, әлбиттә, аш-һыуҙа түгел, ә дауалау сараһы булараҡ ҡулланыу тураһында бара. Шуға ла дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: