Бөтә яңылыҡтар

Шифалы сүп үләне

Баҡсаңда алабута үҫәме? Сүп үләндәрен утағанда, уны ташларға ашыҡма! Алабута үләнен төрлө ауырыуҙар булғанда ҡулланалар икән.

Шифалы сүп үләне
Шифалы сүп үләне

Алабута төнәтмәһен ҡанды таҙартыу өсөн, үпкә, бауыр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙары булғанда ҡулланалар.

Тирелә яра, сей яра йәки ялҡынһыныу булғанда, япраҡтарын быҡтырып баҫалар. Был маҡсатта үҫеп ултырған үләнде ҡулланыу яҡшыраҡ.

Алабутаның иң төп дауалау үҙенсәлеге - организмды шлактарҙан таҙартыу һәләте. Был уның клетчатка һәм пектинға бай булыуы һөҙөмтәһе.

Эсәктәрҙе һәм бауырҙы таҙартыу

Яңы өҙөлгән 1-2 аш ҡалағы япраҡҡа 200 мл ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, талғын утта 10 мин ҡайнатабыҙ. Һүндереп, ярты сәғәт төнәтәбеҙ. Һөҙәбеҙ ҙә, бер ай дауамында көн дә 2-3 тапҡыр яртышар стакан эсәбеҙ.

 ***

Йәш япраҡтарын һәм һабаҡтарын ит турағыс аша үткәреп, һутын һығырға. 1/4 стакан һутты 1 ҡалаҡ бал менән ашар алдынан 20 минут алда ҡабырға кәрәк. Быны 1 ай дауамында көнөнә 2-3 ҡабатларға.

Сәләмәт быуындар өсөн 

4 аш ҡалағы кипкән япраҡҡа ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, 15 мин ҡайнатабыҙ. Һыуынғас һөҙөп, төнәтмәнең күләмен һыу өҫтәп, 200 мл-ға еткерәбеҙ. Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан берәр аш ҡалағы эсергә кәрәк.

Йүткереүҙән, һыуыҡ тейгәндә

4 стакан кипкән алабутаға 200 мл ҡайнар һыу һалып, 2 сәғ төнәтәбеҙ. Һөҙәбеҙ. Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсәбеҙ.

Сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: