Бөтә яңылыҡтар

Талпандар әүҙемләшә

Роспотребнадзор белгестәре ҡан эскестәрҙән һаҡ булырға саҡыра.

Талпандар әүҙемләшә
Талпандар әүҙемләшә

Идаралыҡтың мәғлүмәттәре буйынса, үткән аҙнала талпандан тешләнеп 223 кеше мөрәжәғәт иткән. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 34,3 процентҡа күберәк.

- Әлбиттә, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәр яҙғы күрһәткестәргә етмәйәсәк, әммә талпандар әүҙемләшә икәнен онотмағыҙ. Әгәр талпан ҡаҙалһа, уны мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Ҡабул итеү пункттарының эш ваҡыты менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://sesufa.ru/kleshchevye-issledovaniya/?ysclid=lywziv4en212881404, – тип аңлатма бирҙеләр Роспотребнадзорҙа.

Июндә лабораторияла бер аҙна эсендә генә 700-гә яҡын талпан тикшерелгән. Уларҙың һәр өсөнсөһө балаға ҡаҙалған. Майҙа иһә һәр бишенсе талпан заралы булған.

Автор:
Читайте нас: