Бөтә яңылыҡтар

«Сәләмәтлек поезы» Ҡужанаҡта эшләне

.

«Сәләмәтлек поезы» Ҡужанаҡта эшләне
«Сәләмәтлек поезы» Ҡужанаҡта эшләне

Ейәнсура районында «Сәләмәтлек поезы» үҙ эшен башланы. Был акция Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан уҙғарыла. Уға ихтыяж шул тиклем ҙур, хатта уны Рәсәй кимәлендә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танынылар һәм бөтә илдә ҡулланырға кәңәш иттеләр.

– Беренсе көндә, йәғни 2 сентябрҙә Ҡужанаҡ ауылында эшләгән “Сәләмәтлек поезы”нда акушер-гинеколог һәм табип-невролог ҡабул итте. Шулай уҡ холестеринға, глюкозаға анализ алдылар. Флюрографияның күсмә кабинеты барлығы Ҡужанаҡ һәм яҡын-тирә ауылдарҙан 78 кешене ҡабул итһә, акушерҙа – 25, табип-неврологта 42 кеше тикшерелде, – тип хәбәр итә Иҫәнғол үҙәк дауаханаһының медицина статистикаһы фельдшеры Рәмис Байгилдин.

ФЕКЕР

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең «Сәләмәтлек поездары» тотороҡло рәүештә һөҙөмтәләр бирә. Бер яҡтан, улар борсоулы, сөнки һәр диагнозға кеше яҙмышы бәйле. Икенсе яҡтан, был акцияны төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тикшереү үтеү һәм, кәрәк икән, артабан дауаланыу өсөн мөмкинлеге булһын тигән маҡсатта ойошторҙоҡ.

 “Сәләмәтлек поезы” 5 сентябргә тиклем Иҙелбәктә, 6-9 сентябрь  – Абзан, 10–11 сентябрь – Күгәрсен, 12–13 сентябрь Ишемғол ауылдарында ҡабул итеү ойошторасаҡ.

Ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау һәм дауалай башлау өсөн был алым яҡшы күренеш. Хатта онкология сирҙәрен дә иртә стадияла уңышлы дауалап була. Шуға күрә даими тикшереү үтергә һәм сәләмәтлегеңә иғтибар бүлергә кәрәк.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: