ГЕМОГЛОБИНДЫ НИСЕК КҮТӘРЕРГӘ?

Витаминдарҙан тыш гемоглобинды бойҙай бутҡаһы, абрикос, ҡураға, әсе шоколад, йәшел алма, бөртөклө икмәк, сөгөлдөр, миндаль, гранат, ҡара ҡарағат, слива һуты, виноград, борсаҡ, томат һуты, брюссель кәбеҫтәһе, брокколи, ананас (шул иҫәптән консерваланған) һ.б. ризыҡтар ярҙамында күтәрергә мөмкин. Бына гемоглобинды күтәреү өсөн ябай һәм һәр кем әҙерләй алырлыҡ рецепттар:

ГЕМОГЛОБИНДЫ НИСЕК КҮТӘРЕРГӘ?ГЕМОГЛОБИНДЫ НИСЕК КҮТӘРЕРГӘ?
ГЕМОГЛОБИНДЫ НИСЕК КҮТӘРЕРГӘ?
  1. Бер стакан грек сәтләүегенә бер стакан сей ҡарабойҙай ярмаһын кофемолкала ваҡлап ҡушырға, бер стакан бал өҫтәп, болғатырға. Әҙер ҡатнашманы көн һайын берәр аш ҡалағы ашарға.

 

  1. 100 мл сөгөлдөр һуты менән 100 мл кишер һутын ҡушабыҙ һәм эсәбеҙ (гемоглобинды ике көн эсендә күтәрергә мөмкин).

 

  1. Бер стакан ҡара емеште, ҡурағаны, грек сәтләүеген, йөҙөмдө ит үткәргестән сығарырға (йәки блендерҙан үткәрергә), бал, бер-ике лимон өҫтәргә. Был ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡларға һәм көнөнә бер-ике аш ҡалағы ашарға.

 

Фото интернеттан алынды.

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас