Бөтә яңылыҡтар

"Сәләмәтлек поезы" килде!

Кисә Ейәнсура районында «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы башланды һәм мобиль медицина комплексы башлап халыҡты Яңыбай ауылында ҡабул итте. Сарала Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Владислав Ваһапов һәм район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Марат Мөхәмәтов ҡатнашты.

"Сәләмәтлек поезы" килде!
"Сәләмәтлек поезы" килде!

 Мобиль бригада бөгөн дә Яңыбайҙа ҡабул итә. Әйткәндәй, белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй. Үҙҙәре килә алмағандар өсөн күрше Таулыҡай, Ярғайыш, Башҡорт Бармағы, Ҡужанаҡ, Ҡыҙылъяр ауылдарынан алып килеү ойошторолған.

Теләгән һәр кем паспорт, СНИЛС һәм полис менән килеп, түбәндәге тикшереүҙәрҙе һәм процедураларҙы БУШЛАЙ үтә ала:

✔Белгестәргә күренеү (терапевт, эндокринолог, невролог, хирург, кардиолог, акушер-гинеколог)

✔ Лаборатор тикшереүҙәр (ҡанда шәкәр һәм холестерин кимәлен тикшереү, вич-инфекцияға тест үтеү)

✔Электрокардиограмма (ЭКГ)

✔ Флюорография

✔ Маммография (40 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн)

✔ Күҙ һәм ҡан баҫымын үлсәү

✔ Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакциналау

 

Сәләмәтлек поезы”

Иҙәштә – 4-5 сентябрҙә;

Үрге Муйнаҡта – 8-9 сентябрҙә;

Сирғол – 10-11 сентябрҙә;

Таҙлар 12-16 сентябрҙә эшләйәсәк.

 

Мөмкинлек менән файҙаланып ҡалығыҙ!

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас