«Баланы ярып алғанда ғәҙәттә яралғы ҡыуығы иртәрәк шартлай. Был юлы бөркәнсек менән тыуҙы. Сабыйға – һаулыҡ, ата-әсәһенә бәхет теләйбеҙ», – тип яҙҙы табип.
Борон «күлдәк кейеп» донъяға килгән балалар мотлаҡ бәхетле була һәм уңышҡа өлгәшә тип һаналған. «Күлдәктә тыуған» тигән әйтем дә шунан килеп сыҡҡан. Кемгәлер бәхет йылмайғанда шулай тиҙәр.
https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-09-17/v-ufe-rodilas-devochka-v-rubashke-4391324