Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда Коксаки вирусын йоҡтороу осраҡтары теркәлгән

Өфөлә 22 энтеровирус инфекцияһын йоҡтороу осрағы теркәлгән. Сирлеләрҙең барыһы ла – балалар.

Башҡортостанда Коксаки вирусын йоҡтороу осраҡтары теркәлгән
Башҡортостанда Коксаки вирусын йоҡтороу осраҡтары теркәлгән

Энтеровирус инфекцияһы – энтеровирустар тыуҙырған йоғошло сир, уларҙың 100-ҙән ашыу төрө бар, әммә Коксаки вирусы нығыраҡ таралған. Был вирус менән йышыраҡ балалар ауырый. Ул һыу, яҡшылап йыуылмаған йәшелсә, емеш-еләк, бысраҡ ҡулдар, уйынсыҡтар аша йоға. Инфекция сығанағы – ауырыу кеше. Инкубация осоро – яҡынса 1-10 көн.

Коксаки билдәләре төрлө:

  • тән температураһы 39- 40˚ тиклем күтәрелә,
  • ныҡ итеп баш ауырта,
  • ҡоҫтора,
  • сабыртҡылар сыға,
  • йүткертә,
  • тамаҡ ауыртып тора,
  • мускулдар ауырта,
  • дөйөм хәлһеҙлек.

Энтеровирус инфекцияһына ҡаршы вакцина юҡ.

Сир билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/med/2025-10-02/f-l-22-bala-koksaki-virusyn-yo-tor-an-4411910

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас