Бөтә яңылыҡтар

Йүткерәһеңме, тамағың ауыртамы?

...

Йүткерәһеңме, тамағың ауыртамы?
Йүткерәһеңме, тамағың ауыртамы?
  • Төнәтмә. 300 мл ҡайнар һыуҙы керамик йә эмалле һауытҡа ҡойоп, туралған лимон һәм өс ҡалаҡ бал һалырға. Шуға түбәндә тәҡдим ителгән шифалы үләндәрҙең береһен 1 ҡалаҡ күләмендә ҡушырға: ваҡ итеп тураҡланған шалфей (баш ауыртыуын баҫыр); үткәргестән үткәрелгән 3-4 сантиметрлыҡ киптерелмәгән имбир тамыры; ваҡланған кейәү үләне (организмға инфекцияға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә). Өс үләнде бергә ҡушып һалырға ла мөмкин, ләкин яртышар ҡалаҡ күләмендә генә үлсәргә кәрәк. Бөтә ҡушылмаларҙы һалып бөткәс, бер сәғәт төнәтергә. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр бер ҡалаҡ итеп йылы көйөнсә эсергә.
  • Эҫе һөт. Ике юлы бар: һелтеле һыу ("Боржоми" тибындағы) ҡатыштырып (1:1) йәки бер стакан һөткә 1 балғалаҡ бал һалып ҡайнатырға.
  • Инжир емешен яҡшылап йыуып, 1,5 стакан йылы һөткә уртаса 1 емеш нисбәтендә һалып, ярты сәғәт талғын утта ябылған көйөнсә ҡайнатырға. Уттан алғас, инжир бешекләнһен өсөн кәстрүлде таҫтамал менән урап ҡуйырға. Ҡайнатманы әҙләп кенә уртлап эсергә.
  • Корица. 1 ҡалаҡ йылытылған балға 1/4 балғалаҡ корица ҡушып, көнөнә 3-5 тапҡыр ашарға. Был оҙайлы йүтәлдән арынырға һәм тын юлдарын таҙартырға ярҙам итә.
  • Әнис орлоҡтары ҡайнатмаһын (1 л һыуға 15-20 г әнис орлоғо) сәғәт һайын 30-50 мл эсергә. Ҡайнатма йүтәлде йомшартырға, ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итә.
  • Банан. Бешкән бананды иләк аша үткәреп, 2 бананға 1 сынаяҡ шәкәрле һыу нисбәтендә үлсәп, эҫе һыулы кәстрүлгә һалырға. Өҫтәп йылытып эсергә.
  • Һуған һәм бал. 500 г һуғанды ваҡларға, 400 г шәкәр ҡушып, 1 литр һыу ҡойоп, талғын утта 3 сәғәт ҡайнатырға. Һыуытып, 50 г бал ҡушып быяла һауытҡа ҡойоп тултырып, ныҡлап ябырға. Көнөнә 4-6 ҡалаҡлап ашағандан һуң эсергә.
  • Май һәм йомортҡа һарыһы. Көнөнә бер тапҡыр 1 балғалаҡ ошо ҡатышманы ашарға: 2 балғалаҡ яңы бешелгән аҡ май, 2 сей йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ он йәки крахмал һәм 2 балғалаҡ балды ҡушып, яҡшылап бутарға.
  • Ҡыҙыл көртмәле һуты. Ҡаҡырыҡты йомшартыу өсөн ҡыҙыл көртмәле һутын әҙ генә шәкәрле сироп йәки бал менән бутап эсеү файҙалы. Ҡатышманы көнөнә бер-нисә тапҡыр 1 -әр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Был ҡатышма ярҙамында дауаланғанда ҡайнатылған һыу йәки сәй урынына ер еләгенән эшләнгән ҡайнатма эсеү файҙалы.
  • Кишер һуты менән һөт. Яңы һығылған кишер һуты менән һөттө тигеҙ нисбәттә ҡушырға һәм көнөнә 5-6 тапҡыр 50-100 мл күләмендә йылы көйөнсә эсергә.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас