Бөтә яңылыҡтар

Республика халҡын диспансеризацияла яңылыҡтар көтә

...

Республика халҡын диспансеризацияла яңылыҡтар көтә
Республика халҡын диспансеризацияла яңылыҡтар көтә

Башҡортостанда быйыл 1,86 миллион кешегә диспансеризация һәм профтикшереү үткәреү планлаштырыла, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Министр һөйләүенсә, 2026 йылда диспансерлаштырыуҙа мөһим яңылыҡ бар – иртә инфаркттан һаҡлау. Дәүләт гарантияларының яңыртылған программаһы буйынса, 18-40 йәшлек пациенттарҙың барыһы ла хәҙер иртә диагностика өсөн мөһим булған липопротеидты (а) бер тапҡыр билдәләү хоҡуғына эйә. Бынан тыш, липид профилен баһалау киңәйтелгән: 18-39 йәшлек пациенттар өсөн – алты йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәр өсөн — өс йылға бер тапҡыр.

"Был анализ ғаилә гиперхолестеринемияһын – йәш кешеләрҙә иртә инфаркт һәм инсульт сәбәптәренең береһен асыҡларға ярҙам итә. Йәғни беҙ эҙемтәләрҙе дауаламайбыҙ, ә инфарктҡа тиклем хәүефте асыҡлайбыҙ. Әйткәндәй, был сир Башҡортостанда 2025 йылда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын тикшереү барышында иғтибар үҙәгендә булды – 719 осраҡ асыҡланды. Диспансеризация ярҙамында беҙ күберәк эшләй аласаҡбыҙ", – тип белдерҙе Айрат Рәхмәтуллин.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан халҡы әүҙем диспансеризация үтә. Йыл башынан алып 11 ғинуарға тиклем 16 224 кеше медицина тикшереүе үткән.

Фото: Айрат Рахматуллин / телеграм-канал

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас