Телефон зарядкаһы аҙ ҡалһа, радиацияһы мең тапҡырға арта!

Бөтә донъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иң оҙон ғүмерле милләт булып япондар һанала. Уларҙа уртаса ғүмер оҙонлоғо 84,5 йәш тәшкил итә.

Оҙон ғүмер серен япондар диета һәм хәрәкәт менән аңлата. Улар, башлыса, диңгеҙ аҙыҡтары, балыҡ, йәшелсә-емеш ашай. “Көнөнә 10 мең аҙым” яһау ҙа уларҙан сыҡҡан.

Япондар тағын шуларҙан киҫәтә:
1. Телефонығыҙҙы һул ҡолаҡҡа ҡуйып һөйләшегеҙ.
2. Тәүлегенә кофены бер тапкыр ғына эсегеҙ.
3. Дарыуҙарҙы һалкын һыу менән эсмәҫкә.
4. Киске 5-тән һуң ашамаҫҡа.
5. Майлы аҙыҡ ашауҙы кәметергә.
6. Иртән һыуҙы – күп, кисен аҙ эсәргә.
7. Телефон зарядкаларына яҡын ултырмаҫҡа.
8. Иң яҡшы йоҡо – киске 10-дан иртәнге 6-ға ҡәҙәр.
9. Дарыу эскәс тә һуҙылып ятмаҫҡа.
10. Телефон зарядкаһы аҙ ҡалғанда ҡулланмаҫҡа, сөнки уның радиация күләме мең тапҡырға арта.

 

Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ һәм оҙон ғүмерле булығыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас