Йүкә сәскәһе йөҙ ауырыуға дауа

Йүкә сәскәһен йыйып ҡалығыҙ, ул иҫ киткес шифалы.  

Ҡасан һәм нисек йыйырға? 

✅Йүкә сәскәһен ҡоро көндә, иртәнге ысыҡ кипкәндән һуң йыялар. Сөнки башҡа ваҡытта ул үҙенең файҙалы сифаттарын юғалтыуы ихтимал. 

✅Иң яҡшыһы – сәскәләренең ҡайһылары атып, күпселеге атырға әҙерләнгән мәлдә йыйыу.

✅Йүкәнең сәскә атыу ваҡыты бик ҡыҫҡа булыу сәбәпле, ошо мәлде ҡулдан ысҡындырмау мөһим. Сәскәләрҙе күләгәлә, саф һауала йәки елләтелеп тороусы бүлмәлә киптерергә кәрәк. 

✅Сәскәне күберәк йыйған булһағыҙ, борсолмағыҙ. Дөрөҫ итеп һаҡлағанда, улар ике йыл буйы үҙҙәренең файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмаясаҡ.

Йүкә сәскәһе нимәһе менән файҙалы һәм уны нисек ҡулланырға?

✅Йүкә сәскәһе эфир майҙарына, флавонидтарға, витаминдарға бай. Тәҙрәгеҙ төбөндә йүкә үҫә икән, тимәк, өйҙәге һауаның саф булыуына 100 процент гарантия бирергә була.

✅Йүкә сәскәһендә С витамины һәм каротин күп, улар иһә үҙ сиратында организм өсөн мөһим һәм кәрәкле А витаминын бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. 

✅Бынан тыш, йүкә көслө тәбиғи антиоксидант иҫәпләнә.

✅Хуш еҫле сәскәнән әҙерләнгән сәйенең һалҡын тейеүҙән шифаһы хаҡында һәр кем яҡшы белә. Ул бик яҡшы тирләтә һәм тән температураһын төшөрә, иммунитетты күтәрә, организмдан зарарлы микробтарҙы йыуып сығара һәм матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта. Шуға күрә һалҡын тейгәндә, ОРВИ, киҙеү ваҡытында уны бал ҡушып эсәләр. Йүтәл йонсотҡанда, тамаҡ ауыртҡанда, бронхиттан да файҙалы.

Йүкә – йөҙ ауырыуға дауа

 ✅ Үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә булыуы бауырҙы токсиндарҙан таҙартырға ярҙам итә. 

✅ Бының өсөн ябай йүкә сәйе әҙерләйҙәр: 1 ҡалаҡ кипкән сәскәгә 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 5–7 минут төнәтәләр. Был эсемлекте бал һәм шәкәр ҡушмай ғына ас ҡарынға эсергә кәрәк. 

✅Йүкә сәскәһен 20 минут ҡайнатып әҙерләнгән эсемлек ҡанды шыйығайта. 

✅Кемдәр ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән интегә, уларға табиптар көнөнә бер тапҡыр ғәҙәти сәйҙе йүкә сәскәһе сәйе менән алмаштырырға ҡуша. Был осраҡта сәйҙе ашағандан һуң эсергә кәрәк. Ул ашты тиҙерәк эшкәртергә һәм бөйөрҙәрҙе токсиндарҙан һәм шлактарҙан таҙартырға булышлыҡ итәсәк.  

✅Үт ҡыуығы ауыртҡанда йүкә сәйен киске аштан һуң бер-ике сәғәт үткәс, йоҡлар алдынан эсәләр. 

✅Әгәр ҙә даими рәүештә төнгөлөккә бал, шәкәр ҡушмай ғына 150 – 200 мл йүкә төнәтмәһен эскәндә, ул хроник арығанлыҡтан, йоҡоһоҙлоҡтан арынырға ярҙам итә. 

✅Онкология ауырыуҙары менән сирләүсе кешеләргә лә үҙ рационына йүкә сәйен индереү зыян итмәҫ.

✅ Уны шулай уҡ атеросклероздан, варикоздан, геморройҙан, тәрән һәм эренләп торған яраларҙы таҙартыу, янған урындарға япма эшләү, радикулитты дауалауға компресс әҙерләү өсөн ҡулланалар. 

✅Йүкә сәскәһенең ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн дә шифаһы ҙур. Шуға күрә күрем циклы боҙолғанда, климакс ваҡытында йүкә сәскәһе төнәтмәһе эсергә кәңәш ителә.

Сажиҙә Лотфуллина.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас