

Кешеләр күп йыйылған урында йөрөүҙө сикләргә, сир билдәләре булған кешеләр менән аралашмаҫҡа, шәхси гигиена талаптарын үтәргә, биналарҙы даими елләтеп торорға һәм дымлы сепрәк менән йыйыштырып тороу кәрәк. Шулай уҡ үтәнән ел өрөү, һалҡын үткәреүҙән һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ: йоҡо һәм туҡланыу режимын тотоу, физик активлыҡ, саф һауала булыу ҙа ауырыуҙы иҫкәртергә булышлыҡ итә.
Бүтән йоғошло сирҙәрҙән айырмалы, грипп ауыр үтеүе, өҙлөгөүҙәргә килтереүе менән ҡурҡыныс. Вакцина – гриптан һәм уның эҙемтәләренән һаҡланыу өсөн иң һөҙөмтәле һәм ҡулайлы сара. Привиканы йыл да яһатырға кәрәк, сөнки был сиргә ҡаршы иммунитет бер йылдан да артыҡ һаҡланмай.
Роспотребнадзор гриптан прививка эшләтеүгә бәйле иң таралған һорауҙарға яуап бирә
Кемдәргә вакцинация кәрәк? Үҙенең һәм эргәһендәгеләрҙең һаулығын хәстәрләгән һәр кем привика яһатырға тейеш. Иң тәү сиратта “хәүеф төркөмө”нә ҡарағандар – балалар, өлкәндәр, шәкәр диабеты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлдарының хроник сире булғандар. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгәндәргә лә уны яһатыу кәрәк.
Вакцинаны ҡасан яһатырға? Вакцина эшләтеү өсөн иң ҡулай ваҡыт – көҙ башы, сентярь, октябрь айҙары. Сөнки иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн 2-4 аҙна ваҡыт кәрәк.
Ни өсөн вакцинацияны йыл да үтергә кәрәк? Грипп вирусы йыл һайын мутация кисерә, йәғни яраҡлаша. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы киләсәк миҙгелдә вирустың ниндәй штаммы эпидемия тыуҙырасағын асыҡлап яңыртылған вакцина сығара.
Вакцинацияға нисек әҙерләнергә? Уға махсус әҙерләнеү кәрәкмәй. Киҫкен вирус ауырыуҙары, хроник сирҙең көсәйгән сағы булмаһа, привика яһатырға мөмкин.
Вакциналау алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим.
А. Булатова әҙерләне.