Бөтә яңылыҡтар

Икмәкһеҙ ҡалмаясаҡбыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы урып йыйыу кампанияһы барышы тураһында һөйләне.

Икмәкһеҙ ҡалмаясаҡбыҙ
Икмәкһеҙ ҡалмаясаҡбыҙ

“Беҙҙең игенселәр 359 гектар майҙандан 552 тонна иген йыйып алды ла инде. Ужым культураларын йыйыу буйынса – Дәүләкән (33,8 тонна), яҙғы культуралар буйынса Илеш (14,8 тонна) райондары аграрийҙары алда бара. Ужым культуралары уңышы буйынса Саҡмағош районы хужалыҡтары бөтәһенән алда. Унда гектарынан 27,8 центр ашлыҡ йыялар. Яҙғы культуралар продуктлылығы Ҡырмыҫҡалы районында барыһынан да юғарыраҡ – 22,4 ц/га”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ быйыл игенселәр 2 млн тонна тирәһе йыйып алырға иҫәп тотоуҙарын һәм был республиканың игенгә ихтыяжын тулыһынса ҡаплаясағын белдерҙе. “Ҡоролоҡ һәм түбән уңыш Башҡортостанды икмәкһеҙ ҡалдырмаясаҡ, – тип яҙҙы ул. – Баҫыуҙарҙа көнө-төнө эш, ауыл кешеләре өсөн был иң мөһим осорҙарҙың береһе. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм уңыштар теләйем”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: