Бөтә яңылыҡтар

Былтырғыға ҡарағанда 900 млн һумға күберәк

Башҡоростанда ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу арта

Былтырғыға ҡарағанда 900 млн һумға күберәк
Былтырғыға ҡарағанда 900 млн һумға күберәк

Быйыл һигеҙ айҙа Башҡортостан агрокомпаниялары 8 млрд һумға 2293 ауыл хужалығы машинаһы һатып алған, был 2020 йылдағы күрһәткестән 900 млн һумға күберәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Агросәнәғәт паркының техникалар паркы 365 трактор, 172 иген йыйыу һәм 25 мал аҙығы йыйыу комбайндары, 600-ҙән артыҡ сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү машиналары менән тулыланған.

БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, техника һатып алыуҙың артыуына республика агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу программаһы һәм “Росагролизинг”тың льготалары программалары булышлыҡ итә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: