Бөтә яңылыҡтар

2021: һандар һәм факттар

Йыл Ейәнсураның агросәнәғәт комплексы өсөн ниндәй булды?

2021: һандар һәм факттар
2021: һандар һәм факттар

"2021 йыл, ысын мәғәнәһендә, һынау булды. Бигерәк тә ауыл хужалығы тармағы өсөн. Ҡоролоҡ иҡтисадҡа үҙ тәьҫирен индермәй ҡалманы. Шул уҡ ваҡытта йыл бик үҙенсәлекле булды. Эштәр планға ярашлы башҡарылды тип һанайым", - тине район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов уҙған йылға һығымта яһап.

Агросәнәғәт комплексына килгәндә, тармаҡ үҫемлекселек менән алдыра алмаһа ла, малсылыҡ хәлде ҡотҡарҙы. Шул уҡ ваҡытта игендең күләме булманы, ә хаҡы булды. Шуға ла беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары саҡ ҡына булһа ла үҙҙәренең сығымдарын ҡаплай алды. “А7-Агро РБ” хужалығына йәлеп ителгән инвестициялар миллиардҡа етте, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Ул һатып алынған техника, мал һимертеү майҙаны, элиталы орлоҡтар ҡулланыу һ.б.

“Луч-Агро” һәм “Инәк” ЯСЙ-һын да билдәләп үтер инем. Һуңғыһы кәм тигәндә 50 млн һумға техника һатып алған. Шул уҡ ваҡытта фермерҙар ҙа ситтә ҡалмаған Туҡаевтар фермер хужалығы үҙ көсө менән база төҙөнө, әле быҙау өсөн һарай төҙөйҙәр. Абдулов Рәил дә техникаһын яңыртты. “Руссал” хужалығы шулай уҡ матди-техник базаһын нығытты.

Ике йәш фермер Тимур Әйүпов менән Әхәт Байбулатов эш башлауға 3 млн һумдан ашыу грант алды.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: