Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан үҙенең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итәме?

Ауыл хужалығы министры республика халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү тураһында һөйләне

Башҡортостан үҙенең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итәме?
Башҡортостан үҙенең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итәме?

Республика ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов Башҡортостан һөтө, ите һәм ҡарабойҙай аҙыҡ-түлек магазиндары кәштәләренән юҡҡа сыҡмаясаҡ, тип ышандырҙы. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

“Башҡортостан Республикаһы үҙенең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итте һәм тәьмин итә. Беҙ ҡулланғандан күберәк етештереүҙе дауам итәбеҙ. Һөт продукцияһы менән 130% тәьмин ителгәнбеҙ, ит буйынса беҙ илдә алдынғы, көнбағыш майын республика, ҡулланғанға ҡарағанда, 7 тапҡырға күберәк етештерә, ҡарабойҙай буйынса беҙ хәҙер майҙандарҙы арттырабыҙ”, – тип белдерҙе ул «Вести. Интервью» прграммаһында.

Шулай уҡ Илшат Фазрахманов яҙғы баҫыу эштәрен ойоштороу һуңғы ваҡытта һиҙелерлек ҡиммәтләнеүен билдәләне – министр әйтеүенсә, сәсеү өсөн генә 20 млрд һум талап ителә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: