Бөтә яңылыҡтар

Беренсе миллион тонна иген йыйылды

Радий Хәбиров Башҡортостанда тәүге миллион тонна иген йыйылыуы тураһында хәбәр итте

Беренсе миллион тонна иген йыйылды
Беренсе миллион тонна иген йыйылды

“Бөгөн беҙҙең игенселәр тәүге миллион тонна ашлыҡ йыйып алды. Бөтә баҫыуҙарҙың биштән бер өлөшөнән дә әҙерәге генә урып йыйылды әле”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе белдереүенсә, быйыл уңыш, йыл да күп иген йыйып алынған территорияларҙа ғына түгел, Урал аръяғында ла, төньяҡ урман-дала зонаһында ла мул.

“Хәҙер беҙҙең өсөн иң мөһиме – был байлыҡты йыйып алыу. Бының өсөн һауа торошо уңайлы, хәйер үҙенсәлектәре бар. Көндөҙгө һәм төнгө температура айырмаһы ҙур булғанлыҡтан, мул ысыҡ төшә, ул беҙҙең игенселәргә баҫыуҙарға иртә менән сығырға бирмәй”, – тип яҙҙы ул.

Урып йыйыуҙа Стәрлетамаҡ районы алда бара, унда 100 мең тоннанан артыҡ урып йыйылған, Илеш районында 70 мең тонна тирәһе. Стәрлетамаҡ хужалыҡтары шулай уҡ иң яҡшы уңыш ала – һәр гектарҙан 47 центнерҙан күберәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: