Бөтә яңылыҡтар

Эшләһәң эш ҡарышмай

Быйылғы йыл мул уңыш менән ҡыуандыра. Аграрийҙар һәр минуттың ҡәҙерен белеп, алтынға бәрәбәр иген бөртөктәрен йыйып, келәттәргә тултырып ҡалырға ашыға. Фермер Рәил Солтанбаевтың хужалығы бығаса ужым бойҙайын һәм арпаны һуғып алһа, әле Ташлы йылғаһы буйындағы 40 га майҙан биләгән баҫыуҙа бойҙай йыялар. Гектарынан яҡынса 35 ц уңыш алына. Игенде “Нива” комбайнында Рифат Зарипов һуға. Йәшләй генә хеҙмәт юлын “Заветы Ильича” колхозында механизатор булып башлаған Рифат Булат улы инде ҙур тәжрибәгә эйә. Колхоз тарҡалғас төрлө эштәрҙә, Себер тарафтарында ла йөрөгән эшсе быйылғы хужалыҡ етәксеһе Рәил Миниәхмәт улы комбайнға саҡырғас, ихлас риза булып, уңыш йыйырға сыҡҡан.

Эшләһәң эш ҡарышмай
Эшләһәң эш ҡарышмай

 

Аграрийҙар һәр минуттың ҡәҙерен белеп, алтынға бәрәбәр иген бөртөктәрен йыйып, келәттәргә тултырып ҡалырға ашыға.

Фермер Рәил Солтанбаевтың хужалығы бығаса ужым бойҙайын һәм арпаны һуғып алһа, әле Ташлы йылғаһы буйындағы 40 га майҙан биләгән баҫыуҙа бойҙай йыялар. Гектарынан яҡынса 35 ц уңыш алына.

Игенде “Нива” комбайнында Рифат Зарипов һуға. Йәшләй генә хеҙмәт юлын “Заветы Ильича” колхозында механизатор булып башлаған Рифат Булат улы инде ҙур тәжрибәгә эйә. Колхоз тарҡалғас төрлө эштәрҙә, Себер тарафтарында ла йөрөгән эшсе быйылғы хужалыҡ етәксеһе Рәил Миниәхмәт улы комбайнға саҡырғас, ихлас риза булып, уңыш йыйырға сыҡҡан.

– Көнө буйы эҫелә, арып йөрөлһә лә, келәттәргә инеп ятҡан игенде күрһәң, арыу онотола. Уңыштың мул булыуы эшләргә дәрт өҫтәй, – ти игенсе.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: