Бөтә яңылыҡтар

Дүрт миллион тонналыҡ сик үтелде

Башҡортостанда игендең тулайым йыйымы 1986 йылғы кимәлдән артыуы ихтимал

Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, иген культуралары майҙандарының 82% сабылған, тулайым йыйым 4,078 миллион тонна тәшкил иткән, тип яҙа “Башинформ”. Төбәктә иген культураларын йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү тамамлана.

Ужымды йыйыу 268 мең гектарҙа тамамланған, йәғни сәсеүлектәрҙең 99%. 850 мең тонна ашлыҡ һуғылған, ужым культураларының уңышы гектарынан 32,3 центнер тәшкил иткән. 3,24 миллион тонна яҙғы культуралар һуғылған, гектарынан уңыш — 28,4 центнер. Шулай уҡ май бирә торған культураларҙың 10% йәки 54 мең тоннаһы һуғылған, башлыса көнбағыш. Борсаҡ йыйыу тамамланған, арпа, һоло һәм ҡарабойҙай йыйыу дауам итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика аграрийҙары 4 миллион тонна менән генә туҡталып ҡалырға тейеш түгел, кәмендә 5 миллион, ә иң яҡшыһы 6 миллион тонна йыйырға кәрәк, бындай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Әйткәндәй, 1986 йылда Башҡортостанда 5,94 миллион тонна иген йыйып алынған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: