Бөтә яңылыҡтар

Киләсәктә ҡарабойҙайға хаҡ төшөүе лә ихтимал

Башҡортостанда быйыл ҡарабойҙай уңышы юғары

Киләсәктә ҡарабойҙайға хаҡ төшөүе лә ихтимал
Киләсәктә ҡарабойҙайға хаҡ төшөүе лә ихтимал

Башҡортостанда ҡарабойҙай уңышы  һәйбәт, гектарынан 12,9 центнер тәшкил итә, тип хәбәр итә “Башинформ”, республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Башҡортостан – әлеге культураны үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләре менән бер рәттән, тулайым йыйымдың яҡынса 75% беҙҙең республикаға тура килә. Ауыл хужалығы культураһы илдең 49 субъектында үҫтерелә.

Башҡортостанда ҡарабойҙай майҙандарының 45% ашыуы һуғылған, тулайым һуғып алыу 42,5 мең тонна тәшкил иткән. Ҡарабойҙайҙы тулайым йыйыу буйынса Илеш, Кушнаренко, Балтас райондары алдынғылыҡты бирмәй.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: