Бөтә яңылыҡтар

Иң яҡшылары - беҙҙә!

Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.

Иң яҡшылары - беҙҙә!
Иң яҡшылары - беҙҙә!

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналы залында республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек индустрияһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Тиҫтә йылдан ашыу ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өлкәһендә эшләгән тракторсылар, агрономдар, малсылар, крәҫтиән хужалыҡтары етәкселәре наградалар менән билдәләнде. Дәүләт наградалары 50 кешегә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тапшырылды.

Был сарала  Ейәнсура районынан 11 кеше ҡатнашты. Улар араһынан дүрт кеше: район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов, “А7 Агро-РБ” ЯСЙ-һының малсыһы Салауат Харис улы Шәрипов, ШЭ Ислам Ситиновта эшләгән механизатор Юрий Михайлович Йомағолов, ветеринар тикшереү бүлегенең дәүләт инспекторы Риф Фазыл улы Иҫәнсурин  “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар!

“Новопетровское” крәҫтиән хужалығы механизаторы Илья Анатольевич Кащеев Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде, ә “Маяҡ” ЯСЙ-һы чабаны Алексей Александрович Пирогов “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы чабаны”    исемен яуланы.

Сарала бүләкләнгән республиканың биш уҡыусыһы  араһында Абзан мәктәбенең агрокласс уҡыусыһы Дарина Тәйләкованың исеме булыуы ҡыуаныслы. Дарина “Башҡортостан Республикаһы агрокласының иң яҡшы уҡыусыһы” исемен яуланы. Ул Хөкүмәте дипломына, “Август” ЯСЙ-һы һәм БДАУ ректорының исемле стипендияһына лайыҡ булды.

АФАРИН!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: