Бөтә яңылыҡтар

Тракторҙары төҙөк булғандар бүләкләнде

Ейәнсура районында тракторҙарға техник тикшереү үткәрелә

Тракторҙары төҙөк булғандар бүләкләнде
Тракторҙары төҙөк булғандар бүләкләнде

19 майҙа Муйнаҡ ауыл биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын техник тикшереүҙең беренсе этабы тамамланды. Был хаҡта Ейәнсура муниципаль район хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмө хәбәр итте.

Был ауыл биләмәһендә 96 үҙйөрөшлө машина һәм уларға тағылмалар теркәлгән. Кисә техник тикшереү 34 берәмек техника теркәлгән Үрге Муйнаҡ ауылында үткән. Тикшереүгә 21 берәмек сығарылған, шуларҙың 18-е техник тикшереү үткән.

Ейәнсура районы буйынса техник күҙәтеү инспекцияһы тарафынан тракторҙар хужалары өсөн “Тракторҙы техник күҙәтеүгә иң яҡшы әҙерләү-2023” конкурсы үткәрелгән. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә Почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: