Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн "УРАҠ- 2023"-кә старт бирелде

БЫЙЫЛ БАҪЫУҘАРҒА БЫЛТЫРҒЫҒА ҠАРҒАНДА 150-гә КҮБЕРӘК КОМБАЙН ТӨШӘСӘК.

Бөгөн "УРАҠ- 2023"-кә старт бирелде
Бөгөн "УРАҠ- 2023"-кә старт бирелде

КӨЙӨРГӘҘЕ районында урып-йыйыу кампанияһы алдынан "Баҫыу көнө" зона кәңәшмәһе уҙҙы.
"Үткән йыл беҙҙең өсөн уңышлы булды – Башҡортостан аграрийҙары рекордлы уңыш үҫтерҙе һәм йыйҙы, 5 миллион тоннанан ашыу иген һуғып алды. Быйыл да беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнек. Һауа торошоноң яҡшы тороуына өмөтләнәбеҙ, һынатмаҫ тип уйлайбыҙ, - тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә. - Һуңғы 5 йылда аграрийҙарыбыҙ 48 миллиард һумлыҡ техника һатып алған, шуларҙың 7 миллиарды – төбәк бюджетынан субсидиялар. Ауыл хужалығы техникаһының талап ителгән төрҙәрен сериялы етештереүҙе уңышлы үҫтерәбеҙ. Ашламалар һатып алабыҙ. Тармаҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ – Уның күләме буйынса Башҡортостан илдә бишенсе урынды биләй".
БЫЙЫЛ БАҪЫУҘАРҒА БЫЛТЫРҒЫҒА ҠАРҒАНДА 150-гә КҮБЕРӘК КОМБАЙН ТӨШӘСӘК.
Был, тимәк, уңыш ваҡытында йыйып алынасаҡ тигән һүҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: