Бөтә яңылыҡтар

Тәүге миллион тонна йыйылды!

Башҡортостанда йыйылған тулайым иген 1,2 миллион тоннанан артты

Тәүге миллион тонна йыйылды!
Тәүге миллион тонна йыйылды!

Был хаҡта социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Төбәктә бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән майҙандарҙың өстән бер өлөшөнән күберәге урып һуғылған. Ужым культураларын йыйыу тамамлана.

“Быйыл ябай булмаған һауа шарттарына, яҙғы ҡырауҙарға һәм йәй башындағы ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, яҡшы уңышҡа иҫәп тотабыҙ. Беҙҙең аграрийҙарҙың юғары компетенцияһы, техник һәм технологик йыһазландырыу беҙгә хәҙерҙән үк республика икмәкһеҙ ҡалмаясаҡ, тип әйтергә мөмкинлек бирә”, – тип яҙҙы республика етәксеһе.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: