"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсурала ужым сәсеү башланды

Абзандағы "Инәк" хужалығы тәүгеләрҙән булып ужым бойҙайы сәсеүгә төштө

Ейәнсурала ужым сәсеү башланды
Ейәнсурала ужым сәсеү башланды

 

Хужалыҡтың былтыр көнбағыш үҫкән баҫыуы йәй эсендә бер нисә тапҡыр культивацияланған. Шуға ла ҡый үләндәре юҡ тиерлек. Бойҙай бөртөктәре шытым бирһен өсөн кәрәкле тәрәнлектә дым да һаҡланған. Ырымбур өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан шул баҫыуҙа инәктәр 16 августа ужым бойҙайын сәсеүгә төштө. Йәш, өмөтлө управляющийы Азамат Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, улар бураҙналарға беҙҙең яҡҡа яҡшы яраҡлашҡан “Волга буйы ынйыһы” исемле, юғары уңышлы бойҙай орлоғон һала.

 “Фиат-Агро” сәсеү комплексы тағылған ҙур РСМ-2375 тракторы менән тәжрибәле механизатор Гәрәй Шәйәхмәтов идара итә. Ул ужым бойҙайы сәселәсәк 700 га майҙанды, эштәр ыңғай барһа, кәмендә 7-8 көндә тамамлаясаҡ. Әгәр төнгө сменала ла сәсеү ойошторолһа, эште 4-5 көндә тамамларға ла була, ти Азамат Самат улы. Әйткәндәй, быйыл 160 т орлоҡ сәсеү планлаштырылған.

Хужалыҡта ужым сәсеү менән бер рәттән иген йыйыу, бесәнгә тип үҫтерелгән суданканы рулонға һалып, мал ҡышлатыу базаһына ташыу, ерҙе туңға һөрөү кеүек эштәр ҙә бара. Был эштәрҙе Ниғмәт Хәлитов, Сергей Синицын, Данил Ҡарабаев, Әхәт Корчагин, Айгиз Ҡәйепҡолов, Антон Балденков һәм Ғәҙелйән Исхаҡов башҡара.  

Әйткәндәй, “Инәк” хужалығы районда беренсе булып ужым бойҙайын йыйыуға төшөп, урыны менән гектарынан – 30, ә уртаса алғанда 23 ц уңыш алды.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: