"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Йәш белгестәргә 750 мең һум

Дәүләт ярҙамы алырға теләүселәр өсөн ниндәй талаптар ҡаралған?

Йәш белгестәргә 750 мең һум
Йәш белгестәргә 750 мең һум

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән документтар ҡабул ителә. Ул агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә күрһәтеләсәк. Дәүләт ярҙамының суммаһы 2023 йылдан бер кешегә 500 меңдән 750 мең һумға тиклем артты.

– Иҡтисадтың күп тармаҡтарында кадрҙар дефициты күҙәтелә, ауыл хужалығы – айырым осраҡ түгел, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең мөһимлеген иҫәпкә алып, үҫеп килеүсе быуын менән эште көсәйтәбеҙ, агрокластар, агромәктәптәр асабыҙ, агроколледждар, тармаҡ вуздары менән эшләйбеҙ, иң мөһиме – балалар һәм йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн. Кадрҙар потенциалына ярҙам итеү республика программаһы был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөһим инструмент булып тора.

Дәүләт ярҙамын алыуға конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшкә урынлашырға тейеш. Ғариза һәм һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар 2024 йылдың 9 февраленән 14 февраленә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығының ғилми-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү бүлегендә (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт, 306-сы бүлмә) ҡабул ителә.

Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте һәм документ өлгөләрен түбәндәге һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/540842/

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-40, 218-05-44

 

Дәүләт ярҙамы алыуға дәғүә итеүсе йәш белгес түбәндәге критерийҙарға тап килергә тейеш:

– 35 йәштән өлкән түгел;

- әҙерлек, һөнәр һәм квалификация йүнәлештәре буйынса юғары белем йәки урта һөнәри белем алыу;

- әҙерлек йүнәлешенә, һөнәренә һәм квалификацияһына ярашлы төҙөлгән хеҙмәт килешеүе булыуы;

– йәш белгестең агросәнәғәт комплексын ойоштороуҙа алтә айҙан кәм булмаған өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы булыуы;

- Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән (хәрби бурысы булғандар өсөн), шулай уҡ хәрби хеҙмәттән азат ителгән;

- үҙ өҫтөнә агросәнәғәт комплексы ойошмаһында кәм тигәндә 3 йыл эшләргә йөкләмә алған;

- йәш белгестең уртаса эш хаҡы ғариза биреү айына тиклемге 6 календарь ай өсөн минималь эш хаҡы күләменән (МРОТ) кәм булмауы, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронан тыш.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22838/

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: